Рахматуллина Линара Гафуровна
Воспитатель
МБДОУ детский сад «Миляш»
Свидетельство о публикации в электронном СМИ: СВ №149223
Наименование конкурса: «Музыка с нами повсюду!», в соответствии с образовательной областью «Художественно-эстетическое развитие» ФОП ДО
Наименование конкурсной работы: Сценарий развлечения ко дню башкирского языка.
Итоговая оценка: 2 место,  74 баллов(-а)
Диплом Всероссийского конкурса, бланк: ЕА №149223


Конкурсы ко Дню воспитателя

Сценарий 

« Башҡорт теле көнөнә”

(Мәктәптәге балалар өсөн)

Эшләне :Рәхматуллина Линара Ғәфүр ҡыҙы

 

 “Башҡорт теле көнө”

Башҡортостан гимны уйнай!

А.б.:Хәйерле көн хөрмәтле тамашасылар, балалар ,хөрмәтле бөгөнгө беҙҙең ҡунағыбыҙ Айһылыу апай Йәғәфәрова.

А.б.:Теле барҙың ғына иле бар!

Һөйөнсө,дуҫтар!

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Башҡорт теле көнө” тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

А.б.:Шулай итеп, 14 декабрь-Башҡорт теле көнө.

А.б.:Халыҡ теле- иң бай тел.

А.б.:Бөгөн беҙ ошо оло байрамға үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ оло ихтирамға лайыҡ- Айһылыу апай Йәғәфәрованы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

Балалар уның шиғырҙарын уҡый.

А.б.: Балаларҙы яратыу , уларҙың доньяһы эсендә йәшәү- Айһылыу апайҙың ижадының бөтмәҫ-төкәлмәҫ сығанағы.

1972  Йылда  мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәүге китап- шиғырҙар йыйынтығы “Муйынса донья күрә.”

Шиғырҙар уҡый уҡыусылар.

А.б.: Ә беҙҙең иң бәләкәс дуҫтарыбыҙ Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙының “Сәпәкәй”  китабынан шиғырҙарын уҡып ишеттерәләр.

Балаларҙың  сығышы.

А.б.:Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе , шиғыр-хикәйәләрегеҙҙе, әкиәттәрегеҙҙе балалар яратып уҡый.

   Уларҙы иҫтә ҡалдырыу еңел, уҡыуы күңелле.

   Ҡаҙмаш клубында эшләп килеүсе “Йәйғор”  балалар театр түңәрәгенә йөрөүсе балалар тарафынан  “Төлкөбикә”  әкиәтенән сәхнәләштерәбеҙ.

Әкиәт сәхнәләштерәләр.

А.б.: Үҫмерҙәр төркөмө хеҙҙең Хәлимә  пьессаһынан өҙөктө сәхнәләштерҙеләр.

Пьесса сәхнәләштерәләр.

А.б.:Һеҙҙең балаларҙы яратыу, уларҙың доньяһы эсендә йәшәү- балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар мөдире булып эшләүҙә бик ҙур роль уйнағандар.

А.б.:Ә хәҙер хөрмәтле ҡунағыбыҙ Айһылыу апай Йәғәфәрованың үҙенә уның тормош  юлын, ижади эштәрен һөйләп китергә һүҙ бирәйек.

Үҙе тураһында һөйләй.

А.б.:Бөгөн  беҙҙең  был кисәгә ҡунағыбыҙҙың тәбрикләргә , ауылыбыҙҙың оло ихтирамға лайыҡлы апайҙары ла килгән.

Һүҙҙе уларға бирәйек.Ҡотлауҙар.Бүләктәр биреү.

А.б.:Үҙенең әсә теленә  вайылһыҙ ҡараған  кеше- ҡырағай кеше, зарарлы кеше.

А.б.:Үҙ телемдә һөйләшәм,

Минән ҡоштар көнләшә.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

А.б.: Башҡорт халҡы – тәбиғәт балаһы, ул йыр моңға  бай, бейеүҙәре генә  ни тора.

Бейеү.Тимербайҙың улдары.

11 Класс егеттәре башҡара.

А.б.: Концерт номерҙары

“Йәнбикә” йыр-Вәлит Ғәбитов

“Зәһидә” бейеү-Мәрйәм апай Аюпова

А.б.:Бөгөнгө көн телебеҙгә иғтибарҙы артырыуға булышлыҡ итһен.

Атай-олатайҙарыбыҙҙың беҙгә бөтә матурлығында тапшырылған телебеҙҙе киләһе быуындарға беҙҙә шул камиллығында тапшырырға тырышайыҡ.

А.б.:Эй туған тел-ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин.Гүзәлһең, йыйнаҡһың, һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең.

А.б.:Данлы   ерҙең, ғәзиз ерҙең

Улы булып тыуған көнөм.

Рәхмәт һиңә, Тыуған ерем.

А.б.:Ошо бөгөнгө кисәбеҙгә килгән беҙҙең байрамыбыҙҙы йәмләгәнегеҙ өсөн ихлас күңелдән осрашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

 А.б. декабрь-Башҡорт теле көнө .Ошо матур байрамға килеүегеҙ өсөн бөтәбеҙгә ҙур рәхмәт.

Киләһе осрашҡанға тиклем хушлашабыҙ.

Сценарий развлечения ко дню башкирского языка.

Следите за новостями в соцсетях

Вконтакте MAX Телеграм Одноклассники

А также подписывайтесь на канал Научно-образовательный вестник «Pedproject.Moscow» в MAX