Минигулова Амина Мухамитовна
учитель башкирского языка и литературы
МБОУ СОШ №2 им. Героя России Сафина А.М. С. Раевский МР Альшеевский район Республики Башкортостан
Свидетельство о публикации в электронном СМИ: СВ №185938
Международный конкурс Международный конкурс педагогического мастерства «Выдающийся учитель»
Наименование конкурсной работы: БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ АУДИОФАЙЛДАРҘЫ ҠУЛЛАНЫУ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ (ОСОБЕННОСТИ ИСПОЛЬЗОВАНИЯ АУДИОФАЙЛОВ НА УРОКАХ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА)
Итоговая оценка: 2 место,  75 баллов(-а)
Диплом Международного конкурса, бланк: ЕМ №185938


Ә.М.Миңлеғолова,

Әлшәй районы А.М. Сафин исемендәге

 Раевка 2-се мәктәбенең башҡорт теле 

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ АУДИОФАЙЛДАРҘЫ ҠУЛЛАНЫУ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

    Хәҙерге дәрес – дәреслек һәм дәфтәр генә түгел.

Бөгөн уҡытыусылар төрлө аудиояҙмалар һәм видеояҙмалар ҡулланалар. Бының өсөн Интернетҡа инеү генә кәрәк. Ирекле форматта теләһә кем инеп, үҙенә кәрәк яҙмаларҙы онлайн режимда тыңлай, йәки күсереп алыу мөмкинлегенә эйә. Бөгөнгө технологияларҙы ҡулланып, уларҙы дәрестә файҙаланыу өсөн яраҡлы итеп эшләп тә була. 

Аудиояҙмалар ҡулланып үткәрелгән дәрестәр ҡайһы яғы менән отошло һуң?

Беренсенән, стандарт булмаған дәрестәр күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Уҡыусылар күберәк мәғлүмәтте иҫендә ҡалдыра. 

Икенсенән, инновациялар уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы, мотивацияны арттыра. Уҡыусылар яңы белемде үҙҙәре алырға тырышалар. 

Өсөнсөнән, ниндәйҙер аудиояҙманы тыңлап, аҙаҡтан шуның буйынса әңгәмә ҡорғанда коммуникатив һәләттәр асыла, балаларҙың фекерләү ҡеүәһе үҫә. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә интернеттан бойондороҡһоҙ эш төрҙәренең береһе булып, электрон дәреслектәр ҡулланыу тора.  Бындай дәреслектәр уҡыусыларҙың индивидуаль эшенә нигеҙләнеп төҙөлгән, һәр бала үҙаллы эшләй, үҙенең мөмкинселектәренән сығып, уңайлы тексты һайлай. Бөгөн электрон дәреслектәр уҡыусыларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙә мөһим сараларҙың береһе. Авторҙар З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова, З.А. Сиражетдинов, Х.А. Толомбаев, М.С. Дәүләтшина тарафынан нәшер ителгән электрон дәреслектәр уҡытыуҙың төп эш алымына әйләнде[https://alsamovna.ucoz.ru/index/ehlektron_d_reslekt_r_men_n_ehsh/0-68].

Был уҡыу әсбабының төп маҡсаты нимәлә һуң? Ул уҡыусыларҙың телдәрен шымартыу, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һүҙ байлығын арттырыу өсөн ярҙам итә. Уҡыусыларҙы әйләнә-тирәләге төрлө предмет атамалары менән таныштырыу, уларға һан, сифат яғынан характеристика бирергә өйрәтеү, уҡыу, уйын ситуациялары һәм реаль тормошта осраған хәл-ваҡиғаларҙы, өйрәнелгән лексиканы файҙаланып, аралашырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота. Дәреслек уҡыусыларҙың индивидуаль эшенә нигеҙләнеп төҙөлгән, һәр бала үҙаллы эшләй, үҙенең мөмкинселектәренән сығып, уңайлы тексты һайлай. 

Электрон дәреслеккә төп мәғлүмәт, контроль һорауҙар һәм үҙ-үҙеңде тикшереү өсөн яуаптар һалынған. Дәреслек менән эшләгәндә һәр уҡыусы үҙаллылыҡ һәм әүҙемлек күрһәтә ала. Башҡорт телен өйрәнеүсе балаларға электрон дәреслек ҙур ярҙам күрһәтә, ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки сағыу күргәҙмә материалдар, ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр уҡыусылар күңеленә ятышлы. 

Аудиофайлдар башҡорт теленән төрлө интернет-ресурстарҙа ла әүҙем ҡулланыла. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты эшләгән «Интерактив башҡорт теле» – киң мәғлүмәтле ҙур бер проект [Интерактивный башкирский язык // https://bashlang.ru/course.php]

Хисамитдинова Ф.Ғ. авторлығындағы «Башҡорт теле» электрон дәреслегендәге аудиояҙманы тыңлау һәм башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен тыңлап, хор менән ҡабатлау отошло.

Башланғыс кластарҙа «Балҡортостан иле», «Әлифба» электрон дәреслектәре ҡулланыу ҙа балаларға бик уңайлы, ҡыҙыҡлы.

«Интерактив башҡорт теле» проекты башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн дә, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыу өсөн дә ҙур ярҙамсы булып тора.

Шулай итеп, башҡорт телен өйрәнеүҙә аудиофайлдар, аудиояҙмалар ҙур урын алып тора.

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. – Өфө: НМЦ «Педкнига», 2008. – 204 бит.
  2. Иҙелбаев М.Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2012. – №9. – 6-10-сы биттәр.
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ АУДИОФАЙЛДАРҘЫ ҠУЛЛАНЫУ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ (ОСОБЕННОСТИ ИСПОЛЬЗОВАНИЯ АУДИОФАЙЛОВ НА УРОКАХ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА)

Следите за новостями в соцсетях

Вконтакте Телеграм Одноклассники

А также подписывайтесь на канал Научно-образовательный вестник «Pedproject.Moscow» в Telegram