Ахмадеев Рамзан
7 А класс
МБОУ СОШ №2 им. Героя России Сафина А.М. с .Раевский МР Альшеевский район Республики Башкортостан
КУРАТОР УЧАСТНИКА:
Минигулова Амина Мухамитовна
учитель башкирского языка и литературы
МБОУ СОШ №2 им. Героя России Сафина А.М. с .Раевский МР Альшеевский район Республики Башкортостан
Свидетельство о публикации в электронном СМИ: СВ №186611
Наименование конкурса: Всероссийский нравственно-патриотический конкурс «Время героев — время защитников Отечества», посвященный 2025 году в России «Год защитника Отечества»
Наименование конкурсной работы: Славный сын нашей школы (Мәктәбебеҙҙең данлы улы)
Итоговая оценка: 1 место,  84 баллов(-а)
Диплом Всероссийского конкурса, бланк: ЕА №186611


Конкурсы ко Дню воспитателя

                                                                                     

   Славный сын нашей школы

(Мәктәбебеҙҙең данлы улы)

 

 

     Ватан саҡырһа  халҡыбыҙ һәр ваҡыт тыуған илен һаҡларға күтәрелгән. Быны тарих раҫлай, башҡорттар 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя, Бөйөк Ватан һуғыштарында алышҡан һәм әле лә илебеҙгә янаған нацизм менән көрәшә ҡыйыу ир-азаматтарыбыҙ.  Украинала барған хәрби хәрәкәттә илебеҙ яугирҙәренә ярҙам итеү, тыныслыҡ урынлаштырыуға өлөш  индереү  маҡсатында Башҡортостанда Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов  һәм Александр Достовалов исемендәге ирекле батальондар төҙөлдө.

Үҙҙәренең мөмкинлектәрен, көсөн һәм оҫталығын тикшереү маҡсатында контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡарар ҡылған яҡташтарыбыҙ ҙа бик күп.  Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренең хеҙмәтен  ошо хәрби хәрәкәттә дауам итәләр.  Хәрби булараҡ, ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәп, Украинала барған махсус операцияла һәләк булыусылар ҙа бар.    Беҙҙең  мәктәпте  тамамлаусылар ҙа улар араһында: Рәсәй Геройы Алмаз Сафин һәм Хәлимов Руслан. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Улар беҙгә  өлгө булып тора. Ватаныбыҙҙың, уның тоғро улдарының һәм ҡыҙҙарының героик үткәненә лайыҡлы булыу — һәр кемдең намыҫы.

Минең геройым Сафин Алмаз Миңлеғәле улы 1985 йылдың 4 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылында тыуған. Раевка 2-се  урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. Уның бала сағы башҡаларҙан айырылып тормай. Шуҡ малай булып үҫә. Башҡа  малайҙар шикелле һуғышырға ла ярата. Мәктәптә  уҡыған сағы шанлы 90-сы йылдар аҙағына тура килә. Шул ваҡытта уҡ Алмаз тиҫтерҙәре араһында үҙен лидер итеп күрһәтә.   Уны хатта үҙенән оло  егеттәр ҙә хөрмәт итә. Алмаз армрестлинг, гирь күтәреү түңәрәктәренә йөрөй. Үҙен һәр ваҡыт көслө итеп күрһәтергә тырыша. «Мин һәр ваҡыт еңәсәкмен!» —  ти ул.  Алмаз үҙен генә түгел, туғандарын, үҙенән бәләкәйҙәрҙе лә яҡлап сыға.  9-сы кластан һуң  Новосибирск өлкәһендә Бердск политехник колледжына уҡырға барырға ҡарар итә. Ул 2004 йылдан 2006 йылға тиклем Новосибирск өлкәһенең Бердск ҡалаһында махсус тәғәйенләнештәге бригадала  хеҙмәт итә. Армиянан һуң төрлө ерҙә эшләп ҡарай ҙа,  2014 йылда Новосибирск юғары хәрби команда училищеһына контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инә.  «Училищела мин үҙемде таптым. Мин  һалдаттарҙы яраттым, минең урыным ошонда,» —  ти ул аҙаҡтан. Алмаз Сафин училищела десантсылар әҙерләй торған  взвод командиры була. Яңы алынған һалдаттарға бына нимә ти ул: «Тәүҙә һеҙ минән ҡурҡасаҡһығыҙ, шунан күрә алмаясаҡһығыҙ, ә аҙаҡтан минән айырылғығыҙ килмәйәсәк!». Ысынлап та шулай була. Сөнки Алмаз кисәге малайҙарҙы ысын ир-егет, ысын яугир яһай. Командирҙарын  һуңғы юлға оҙата килгән һалдаттарҙың күҙ йәштәрен тыя алмай илағандарын күрҙек. «Алмаз – беҙҙең өсөн ҙур кеше, иң шәп яугир башҡорт, иң шәп старшина. Башҡа ундайҙар юҡ.», — тип һуңғы һүҙҙәрен әйттеләр.   

 Алмаз Сафин 2022 йылдың 30 сентябренән  Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

2023 йылдың 14 ғинуарында дошман Красный Лиман йүнәлешендә әүҙем һөжүм өсөн үҙенең резервтарын Кременная ауылы тирәһенә алып сыға һәм шуның менән десантсыларҙың оборонаһын өҙөп тораҡты баҫып алырға йыйына. 

Старшина Алмаз Сафин етәкселегендәге парашют-десант взводы дошмандың төп һөжүме күҙалланған участкала оборона позицияларын һаҡлай. Яҡташыбыҙ аҙ ғына ваҡыт эсендә  күҙәтеүҙе, взводҡа беркетелгән позицияларҙы обороналауҙы ойоштора. 

Алмаз беренселәрҙән булып взвод позицияһы йүнәлешендә дошмандың  алға китеүен асыҡлай  һәм ҡапыл һөжүм итергә маташыуын иҫкәртеп, яугирҙәргә ут асырға команда бирә. 

Дошман уңышҡа өлгәшә алмай һәм минометтарҙан десантсыларҙың позицияһына ата башлай. Һөҙөмтәлә Алмаз Сафин ауыр яралана, әммә ҡул аҫтындағыларға командалыҡ итеүен дауам итә. Батыр яҡташыбыҙ шәхси ҡоралынан ВСУ-ның биш хәрби хеҙмәткәрен юҡ итә.

Дошман бер нисә тапҡыр биләгән позицияһынан десантсыларҙы сығарырға маташа, ләкин ҡаты ҡаршылыҡҡа осрап, ҙур юғалтыуҙар кисерә һәм сигенергә мәжбүр була.

  Алмаз Сафин етәкселегендәге десантсыларҙың ҡыйыу хәрәкәте һөҙөмтәһендә яу барышында дошмандың бер танк, ике бронемашина һәм 50-гә яҡын хәрби хеҙмәткәре юҡ ителә. Алыштан һуң Алмаз алған яраларынан вафат була. 

“Алмаз Сафиндың юғары профессионализм һәм шәхси состав менән оҫта етәкселек итеүе, батырлығы һәм тәүәккәл эше Украина ҡораллы көстәренең әҙерләнгән һәм йыһазландырылған, һан яғынан уҙып киткән подразделениеларының алға китеүенә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирҙе”,- тип хәбәр итә Кремль.

Рәсәй президенты Владимир Путин Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы старшина Алмаз Сафинға, үлгәндән һуң,  хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Геройы исемен бирә. 

Рәсәй Геройы Алмаз Сафин Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Шафран ауылының Туғандар зыяратында ерләнгән.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың   указына ярашлы Герой исеме Башҡортостан Республикаһының йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәгенә,  Раевка ауылының 2-се мәктәбенә бирелде. Шулай уҡ 2023 йылдың 9 майында  «Ватан-әсә» мемориалы янында, Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмаз Сафин бюсын асыу тантанаһы үтте. 

Яугир, яҡташыбыҙ,  беҙҙең  мәктәпте тамамлаусы Рәсәй Геройы  Алмаз Сафиндың   дөйөм еңеүгә индергән өлөшө  баһалап бөткөһөҙ. Әгәр Ерҙә шундай ябай яугирҙар,  кәрәкле минутта ысын батырлыҡҡа, һалдат ҡаһарманлығына күтәрелә алған кешеләр булмаһа, илебеҙҙе яҡлаусы булмаҫ ине. 

Беҙ һәр ваҡыт меңәрләгән яҙмыш хаҡына һәләк булған һалдаттарыбыҙ өсөн хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәсәкбеҙ.

Славный сын нашей школы (Мәктәбебеҙҙең данлы улы)

Следите за новостями в соцсетях

Вконтакте MAX Телеграм Одноклассники

А также подписывайтесь на канал Научно-образовательный вестник «Pedproject.Moscow» в MAX