автор: Минигулова Амина Мухамитовна
учитель башкирского языка и литературы
МБОУ СОШ №2 им. Героя России А.М. Сафина с.Раевский
МР Альшеевский район Республики Башкортостан
МӘКТӘПТӘ ТӘРЖЕМӘ ИТЕҮ НИГЕҘҘӘРЕНӘ ӨЙРӘТЕҮҘЕ ОЙОШТОРОУ ОРГАНИЗАЦИЯ ПРОЦЕССА ОБУЧЕНИЯ ОСНОВАМ ПЕРЕВОДА В ШКОЛЕ
Ә.М. Миңлеғолова
Рәсәй геройы А.М.Сафин исемендәге
Раевка 2-се мәктәбенең
башҡорт теле уҡытыусыһы
МӘКТӘПТӘ ТӘРЖЕМӘ ИТЕҮ НИГЕҘҘӘРЕНӘ ӨЙРӘТЕҮҘЕ ОЙОШТОРОУ
ОРГАНИЗАЦИЯ ПРОЦЕССА ОБУЧЕНИЯ ОСНОВАМ ПЕРЕВОДА В ШКОЛЕ
Һәр халыҡ үҙенең донъяға ҡарашы, ҡиммәттәр системаһы, тормошто аңлау, йәшәү ҡанундары, йәшәү рәүеше һәм, әлбиттә, милләттең үҙенсәлеген сағылдырған теле менән айырыла. Тыумыштан билдәле бер этник мөхиттә тәрбиәләнгән бала шул этнос вәкиле булып үҫә, үҙ халҡында булған милли үҙенсәлектәрҙе йөрөтә. Шуға ла балаға бәләкәй сағында уҡ туған теленә һөйөү, хөрмәт итеү хистәрен тәрбиәләргә кәрәк. Милли үҙаңы булған, халҡының менталитетын үҙенә алған, туған телен яратҡан, уның менән ғорурлана белгән, телгә һәм халыҡҡа тоғро булған шәхестәрҙе тәрбиәләү уҡытыусының һәм ата-әсәләрҙең хеҙмәте һөҙөмтәһе. Был эш дөйөм белем биреү һәм һәм тәрбиә биреү эшен ойоштороу йөкмәткеһенә тығыҙ үрелеп барырға тейеш.
Мәктәптә әсә телен уҡытыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе – уҡыусыларҙың әҙәби тел мәҙәниәтен практик үҙләштерелеүенә ирешеү. Тел фекергә, фекерләү телгә бәйләнгән. Дөрөҫ һәм матур итеп һөйләгән кешене тыңлауы рәхәт, ә һөйләү телмәре үҫешкән кеше үҙ фекерҙәрен аныҡ, йыйнаҡ, матур һәм оҫта итеп яҙа белә. Шуға ла мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә телмәр үҫтереүгә бик ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Унан башҡа уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү ҙә бик әһәмиәтле. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙең төп маҡсаты – уҡыусыларҙың абстракт фекерләүен үҫтереү һәм шуға таянып бар булмышын, ижади аңын формалаштырыу. Телмәрҙе һәм ижади һәләтте үҫтереүҙең бик күп саралары бар: иншалар яҙҙырыу, проблемалы уҡытыу, китап менән эшләү, тасуири уҡыу һәләте тәрбиәләү, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр яҙҙырыу, картиналар өҫтөндә эш, яҙыусылар менән осрашыуҙы һәм әҙәби тәржемәләр менән шөғөлләнеүҙе ала.
Әҙәби тәржемәләр менән мәктәптә систематик рәүештә факультатив дәрестәрҙә йәки түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә мөмкин. Уҡыусылар тәржемәнең тик бер төрө менән генә – шиғри йәки сәсмә әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү менән генә шөғөлләнергә тейеш. Сөнки тәржемәнең был ике төрө лә үҙенең методологияһы менән айырылып тора.
Был эштең уңышы, балаларҙы тәржемә эшенә ҡыҙыҡһындырыу уҡытыусының эште нисек ойоштороуына тығыҙ бәйле. Түңәрәктең беренсе ултырышында уҡытыусы уҡыусыларға әҙәби тәржемәнең төп принциптарын аңлата, башҡорт әҙәбиәте тарихында уңышлы тәржемәләр яһаусы тәржемәселәрҙең ижады менән таныштыра. Уңышлы миҫалдарҙы балалар ике телдә лә дәфтәрҙәренә теркәй һәм бергәләшеп оригиналды һәм тәржемәне сағыштырып анализлай.
Шул уҡ түңәрәктең беренсе ултырышында уҡыусылар уҡытыусы алдан әҙерләгән билдәле шиғырҙы йәки уның берәй строфаһын бергәләшеп тәржемә итеп ҡарайҙар. Мәҫәлән, был эш өсөн Р. Ғариповтың С. Есениндан эшләгән тәржемәләрен алырға була. Икенсе дәрескә уҡытыусы һәр уҡыусыға тәржемә эшләп килергә ҡуша. Был эште саҡ башлағанда бөтәһенә лә бер үк шиғырҙы тәржемә итергә биреү уңышлыраҡ булыр. Һәм был шиғырҙың башҡорт теленә берәй тәржемә итеү оҫтаһы тарафынан тәржемәләнгән булыуы шарт. Уҡыусылар был шиғырға строфалы-комментарийлы анализ бирә, образдарын, тел-һүрәтләү сараларын асыҡлай, идея-тематик йөкмәткеһен аса, лирик геройға, булһа, башҡа персонаждарға ла ҡылыҡһырлама бирә. Сөнки, әгәр балалар шиғырҙы аңламаһалар, дөрөҫ тәржемә яһай алмаясаҡтар.
Икенсе дәрестә балалар эшләп килгән тәржемәләрен һәр береһе иптәштәре алдына сығып тасуири уҡыйҙар. Аҙаҡ бергәләп иң яҡшы тәржемәне һайлайҙар. Тәржемәләрҙәге хаталарҙы, яңылышлыҡтарҙы табалар. Оригиналдың идея-тематик йөкмәткеһен тәржемәләнгән шиғырҙа нисек, ниндәй саралар ярҙамында бирелеүен анализлайҙар. Эштең аҙағында уҡытыусы әҙәби тәржемәне уҡып күрһәтә, балалар уны үҙҙәре эшләгән тәржемә менән сағыштыралар.
Шулай һәр ултырышта уҡыусылар әҙерләп килгән тәржемәләрен уҡыйҙар, шағирҙарҙың ижады, тормошо хаҡында фекер алышалар. М. Ғ. Ғималова билдәләүенсә: «Лирик шиғырҙа кешеләргә хас булған кисерештәр, тәрән тойғолар, уй һәм хистәр, «лирик мин» – шағир исеменән һөйләнә, сөнкки күрһәтелгән уй-тойғолар, кисерештәр шағирҙың шәхесе, уның тормош тәжрибәһе, тормошто аңлауы һәм ҡабул итеүе, донъяға, кешеләргә булған ҡарашы, мөнәсәбәтенә ныҡ бәйле» [1]. Шул уҡ ваҡытта шағирҙың, күп кешегә хас булған хис-тойғоларҙы типиклаштырып һүрәтләүен уҡыусыларға төшөндөрөргә кәрәк. Лирик поэзияны ҡабул итеүҙә уҡыусыларҙың тәжрибәһе, элек уҡылған әҫәрҙәрҙән алған тәьҫирҙәре, кисерештәре мөһим роль уйнай. Әҫәрҙә һүрәтләнгән картиналарҙы һәр кем үҙ тәжрибәһе, хыялы, тойғолары менән байытып ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусы әҫәрҙең объектив йөкмәткеһенән бөтөнләй ситләшеп китергә тейеш түгел. Уҡытыусы әҫәрҙең уҡыусылар тарафынан күргәнсә, ул һүрәтләгәнсә ҡабул ителеүенә ирешергә тейеш. Шағирҙарҙың шиғырҙарындағы тормош картиналары, тәбиғәт күренештәре менән бәйле һүрәтләнгән уй-тойғолар уҡыусының үҙ тойғоһо итеп ҡабул ителгәндә генә әҙәби әҫәрҙең йоғонтоһо көслө була.
Уҡыу йылы аҙағында, түңәрәктең эшенә йомғаҡ рәүешендә әҙәби кисә үткәрергә мөмкин. Әҙәби кисәләр уҡыусылар менән тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, үҙ иптәштәре алдында сығыш яһарға өйрәтеү, эстетик тәрбиә биреү яғынан ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай кисәгә әҙерлек уҡыусыларҙың һәләтлектәрен бөтә яҡлап үҫтерә, уларҙа яуаплылыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ тойғоларын тәрбиәләй. Тәржемә ителгән шиғырҙар буйынса әҙәби кисәләрҙе бер авторҙың йәки бер тәржемәсенең ижадына арнап йәки айырым темаларға, жанрҙарға, йүнәлештәргә ҡарата үткәрергә мөмкин.
Шиғри тәржемәләр түңәрәгендә сит тел уҡытыусыһы менән берлектә сит ил шағирҙарының шиғырҙарын тәржемә итеп ҡарарға мөмкин. Бындай эш уҡыусыларҙа ике телдәге лә белемдәрҙе тәрәнәйтә, тел һиҙгерлеген үҫтерә. Ләкин был бик ҡыйын эш һәм уны руссанан башҡортсаға һәм башҡортсанан руссаға шиғри тәржемәләр эшләп өйрәнгәс кенә биреп була. Тәржемә өсөн шиғыр сит тел уҡытыусыһы менән бергә һайланырға тейеш, сөнки ул балаларҙың сит телде белеү кимәлен яҡшыраҡ белә.
Тәржемә итергә тәҡдим ителәсәк текст түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:
- текста яңы лексика күп булмаҫҡа, йөкмәткеһе уҡыусыға аңлайышлы булырға;
- таныш булмаған грамматик күренештәр индерелмәҫкә;
- тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булырға [2];
Был эште беҙ түбәндәге этаптарға бүлергә тәҡдим итәбеҙ:
- шиғыр авторының биографияһы менән ҡыҫҡаса таныштырыу, ҡайһы бер осраҡтарҙа шиғырҙың яҙылыу тарихы менән дә;
- уҡытыусы тарафынан шиғырҙы тасуири уҡыу;
- шиғырҙың йөкмәткеһен тәржемә итеү;
- әҫәрҙе композиция, стилистика, образдар йәһәтенән анализлау;
- уҡыусыларҙың шиғырҙы уҡытыусы артынан хор менән уҡыуы;
- һәр бер уҡыусының шиғырҙы айырым уҡыуы;
- әҫәрҙе өйҙә тәржемә итергә биреү.
Икенсе халыҡтың шиғырҙарын өйрәнеү шәхесте әхлаҡи һәм эстетик яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Шиғри текстарҙы өйрәнгәндә өндәрҙең әйтелешен, лексик һәм грамматик материалды нығытырға, телмәр үҫтерергә, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтерергә мөмкинселектәр бик күп. Бер үк тел күренештәренең ҡабатланыуы, шиғырҙың ритмик һүрәте, мелодикаһы булыуы ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итә. Лирик әҫәрҙең поэтик формала бирелгән идеяһын анализлау уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә, күҙәтеүсәнлеккә, үҙ фекерен яҡларға өйрәтә.
Ғөмүмән, бындай эштәрҙең төп маҡсаты – башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә, уның тарихына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уҡыусыларҙы үҙаллы эшләргә өйрәтеү, ижади эшкә ылыҡтырыу. Төрлө телдәр менән эшләгән уҡыусылар үҙҙәренең тел компетенцияһын ғына түгел, мәҙәни һәм рухи кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәржемә эшен ойоштороуҙың бындай төрҙәре бөтә яҡлап та гармониялы үҫешкән, туған әҙәбиәтен башҡа халыҡ әҙәбиәттәре менән бәйләнештә өйрәнгән, милли һәм донъяуи мәҙәниәтте үҙләштергән, юғары интеллектлы, белемле, талантлы, аңлы шәхесте формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе сара.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1 . Ғималова М. Ғ. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. V-XI синыфтар. – Өфө: Китап, – 2005. – 83-сө бит.
2 . Саитбекова Г. М. Использование стихов при обучении немецкому языку // Иностранные языки в школе. – 2008. – №6. – С. 40.
- Трубина З. И. Письменный перевод как средство обучения иностранному языку в средней образовательной школе // Педагогическое образование в России. – 2016. – № 3. – С. 171-175.
