День учителя

автор: Яруллина Рима Кимовна

учитель башкирского языка и литературы МАОУ «Башкирский лицей №136 им М.Искужина»

Мастер класс на тему: «ИКТ технологии на уроках башкирского языка»

 

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Өфө ҡалаһы ҡала округы  

Муниципаль бюджет  дөйөм 

белем биреү учреждениеһы

“М.Исҡужин исемендәге

 136-сы башҡорт лицейы”

башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы

Яруллина Рима Ким  ҡыҙының

“Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”  

темаһына   “Оҫталыҡ  класы” өлгөһө

Өфө-2021

     — Хәйерле көн, хөрмәтле жюри ағзалары, коллегалар, студенттар!

     Минең методик проектымдың  темаһы: “Уҡыусыларҙың метапредмет компетентлығын формалаштырыуҙа тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы”. Методик проект темаһының актуаллеге бөгөнгө белем биреүҙең көндән — көн яңыра барыуы менән аңлатыла. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифатын күтәреү  өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә белемле, аҡыллы, һау — сәләмәт һәм хәҙерге донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү.

     Проекттың маҡсаты: уҡыусыларҙың метапредмет компетентлығын формалаштырыуҙа, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереүҙә яңы алымдар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген иҫбатлау, методик тәҡдимдәр әҙерләү.

     Башҡорт әҙәбиәтен башҡорт теле, тарих, география, музыка, рәсем, рус теле һәм әҙәбиәте һәм башҡа предметтар менән бәйләп уҙғарырға мөмкин. 

    Тәнҡитле фекерләү технологияһы философия, психология, педагогика фәндәренә нигеҙләнә. Уның авторҙары – америка ғалимдары Чарльз Темпл, Дженни Стил. Рәсәйҙә был технологияны 1997 йылдарҙа Ирина Муштавинская өйрәнә башлай. Башҡорт әҙәбиәте ғилемендә  Баһауетдинова Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы, Йәғәфәрова Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы, Ғафаров Булат Баҡый улы өйрәнгән. 

    Ошо методик проектыма нигеҙләнеп, хөрмәле студенттар, һеҙгә оҫталыҡ класымды тәҡдим итәм. Оҫталыҡ класының темаһын асыҡлар өсөн экранға ҡарайбыҙ. Һеҙҙең иғтибарға бер нисә һүрәт. Ошо һүрәттәргә ҡарап, һеҙ нимә юрайһығыҙ?  Нимә күрәһегеҙ?   (Өфө ҡалаһы, элекке һәм бөгөнгө Өфө һүрәттәре)    Рәхмәт, афариндар! Өфөнөң тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте менән бәйле  “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам” темаһына оҫталыҡ класы үткәрәбеҙ. Оҫталыҡ класын  квест уйыны аша алып барырбыҙ. 

   Хәҙер ошо темаға  ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

(Төрлө алымдар аша Өфө тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен өйрәнеү, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү, уҡыусыларҙың белемен метапредмет менән бәйләү)

    Рәхмәт! Ә ниндәй бурыстар алабыҙ?

(Квест уйыны аша  төрлө алымдар менән белем һәм фекерләүҙе үҫтереү технологияһының төрҙәрен өйрәнербеҙ. Уйын барышында берҙәм эшләрбеҙ.)

   Мин һеҙгә әйтеп китеүемсә, бөгөнгө оҫталыҡ класы ябай булмаясаҡ. Һеҙ Өфөләге иң матур урындарҙың береһе булған  “Ватан” этнопаркында ҡунаҡта. Мин — парк хеҙмәткәре, ә һеҙ — ҡунаҡтар. Нимә ул квест?

   Дөрөҫ, квест уйынында билдәле ваҡыт эсендә бирелгән эштәрҙе үтәп асҡыс алып икенсе бүлмәгә сығыу. Һеҙҙең алдығыҙҙа 7 өҫтәл – 7 тирмә. 7 һаны – башҡорт халҡының изге һаны һанала, беҙҙең паркта ла шуның өсөн 7 тирмә тора. Һеҙ һәр тирмәгә инеп бирелгән эштәрҙең дөрөҫ яуаптарын табырға тейешһегеҙ.  Һәр дөрөҫ яуапҡа мин асҡыстар бирәсәкмен. Асҡыстар ошондай конверт эсендә, һүҙҙәр һәм ижектәрҙән тора (конверт күрһәтелә). Әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән, минән ярҙам һорарға мөмкин, әммә асҡыс ала алмаясаҡһығыҙ. Асҡыстарҙы, һүҙҙәрҙе йәки ижектәрҙе,  таҡтаға йәбештереп барырға кәрәк буласаҡ. Һуңғы тирмәнән һуң ошо асҡыстарҙан 1 һөйләм төҙөргә кәрәк. Әҙерһегеҙме????

  • Яҡшы, башланыҡ!

Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереүҙең  этаптары:

1 этап

Саҡырыу 

Ойоштороу 

2 этап

Фекерләү 

Үҙләштереү

3 этап

Рефлексия

(Йомғаҡлау)

        1 саҡырыу этабының алымдары:

     Идеялар кәрзине

     Юрауҙар ағасы

     Дөрөҫ һәм дөрөҫ    булмаған раҫлауҙар

    Беҙ оҫталыҡ класының темаһын асыҡлар өсөн, һеҙҙең менән юрау алымын ҡулландыҡ. Әҙәби әҫәрҙе уҡыр алдынан ҡуйылған һорауҙар буйынса уҡыусыларҙың  фекерҙәрен тыңлау, күҙаллауын белеү,  уларҙың эшсәнлектәрен арттыра, алдағы уҡыясаҡ әҫәргә ҡыҙыҡһыныу уята.

    

         Шулай итеп, 2 этап —  үҙләштереү этабына күсәбеҙ. 

     Был этаптың алымдары:

      Кластер

      Инсерт

      Фишбоун йәки “балыҡ һөлдәһе”

      +  —  ҡыҙыҡ

     “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? Ни өсөн?” таблицаһы

     Тар һәм киң һорауҙар

     Серле куб

1-се тирмә – “Өфөнөң үткәне”

 Квест уйынын башлап, 1-се тирмәгә рәхим итегеҙ!  Һеҙгә “Тар һәм киң һорауҙар” алымын ҡулланып  “Өфөнөң үткәне” буйынса эш. 

 (3 дата бирелгән)  1674   1574   1974

— Өфө ҡасан барлыҡҡа килгән? (1574)

— 2024 йылда ниндәй юбилей буласаҡ? (450 йыллыҡ)

— Әҙерлек барамы?

“Тар һәм киң һорауҙар” ярҙамында   уҡыусының белеменә диагностика  яһала, сөнки һорауға яуап биреү тексты белеүҙе, анализлай алыуҙы күрһәтә. Бындай һорауҙарҙы уҡыусылар үҙҙәре лә төҙөп бер-береһенә бирә. Был эш парлап та, индивидуаль һәм төркөмдә лә башҡарыла. Һуңынан уҡыусылар иң ҡыҙыҡлы, иң ауыр, иң яҡшы һорау биреүсене билдәләйҙәр. 

 

 Уйынды дауам итәбеҙ. 2-се тирмә – “Мөғжизәле донъя” тип атала.

“Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” алымы менән эш тәҡдим итәм. 

 (Башҡортостандың 7 мөғжизәһе һүрәттәре)

— Был һүрәттәр нимәне аңлата?

— Ә Өфө менән нисек бәйле? (Салауат Юлаев һәйкәле)

— Һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан? (Өфөлә, Ағиҙел ярының иң бейек ярында)

— Ҡасан ҡуйылған? (1967 йылдың 17 ноябрь)

 Шулай итеп,  “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” алымы уҡыусының белем кимәлен тикшереү, фекерләүен үҫтереү маҡсатында ҡулланыла, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, мотивация булдыра. Был эште уҡыусыларға өй эше итеп биреү ҙә уңайлы. Алдан  әҙерләп килгән  һорауҙары буйынса   бер-береһен баһалайҙар.

 Киләһе ике тирмәлә эш төрҙәрен үтәгәндә кластер алымын ҡулланасаҡбыҙ.

3-сө тирмә – “Урамдар”

 Бирелгән билдәле яҙыусы, шағирҙарҙы ике төркөмгә бүлергә:  Улар исеме менән  аталған  урам  бармы? Юҡмы?

М.Ғафури, Я.Хамматов, Аҡмулла, М.Кәрим,  Ш.Бабич,   Р.Бикбаев,  З.Биишева,  С.Ҡудаш.

 

4-се тирмә – “Буласаҡ һөнәрҙәр”

БДПУ  агроном

БДАУ   уҡытыусы

ӨДНТУ    инженер — нефтянник

ӨДАТУ    инженер — программист

БДМУ    табип

-Был уҡыу йорттары менән нимә эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?

-Шулай итеп, кластер алымы ярҙамында күп кенә мәғлүмәтте йыйнаҡ, төрлө яҡлы итеп өйрәнергә һәм күрһәтергә мөмкин.

     3 этап — рефлексия этабына күсәбеҙ.

Рефликсия этабында 

Эссе

Диаманта

Синквейн

Хокку

Өс  эшләпә  алымдарын ҡулланырға мөмкин.

 

5-се тирмә – “Шиғри Өфө”

     Хокку алымын тәҡдим итәм. Хокку – япон лирик поэзияһы жанры, өс рифмалашмаған строфаларҙан, 17 ижектән тора. Беренсе строфа – биш; икенсе строфа – ете; өсөнсө строфа – биш  ижектәрҙән тора. Ошо алым менән Өфө ҡалаһы тураһында шиғыр яҙырға кәрәк буласаҡ

Мәҫәлән:

Ө-фө-бөҙ беҙ-ҙең

Ма-тур-ла-на, йәм-лә-нә

Я-ра-там һи-не

 

 Хокку алымы ярҙамында уҡыусылар ҡыҫҡа һәм мәғәнәле  итеп темаға ярашлы үҙ фекерҙәрен белдерәләр.

 

6-сы тирмә – “Өфөнөң киләсәге”

Был тирмәлә “Идеялар кәрзине” алымын тәҡдим итәм.  Әгәр мин Өфө ҡалаһы башлығы булһам,  Өфөнө яҡшыртыр, матурайтыр өсөн нимә эшләр  инем? тигән һорауға яуап бирергә кәрәк.

(Йәшелләндереү, метро, юлдарҙы яҡшыртыу, матур йорттар, парктарҙы яҡшыртыу)

7-се тирмә – “Өс эшләпә”

“Өс эшләпә” алымы ярҙамында бөгөнгө оҫталыҡ класы хаҡында үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе әйтерһегеҙ. Мин һеҙгә йәшел, аҡ, ҡыҙыл эшләпәләр кейҙерәм. Йәшел эшләпәне кейеүсе — бөгөнгө оҫталыҡ класының ыңғай яҡтарын, аҡ эшләпәне кейеүсе — оҫталыҡ класы буйынса үҙенең тәҡдимдәрен индерә, ҡыҙыл эшләпәне кейеүсе — оҫталыҡ класының кире яҡтарын әйтеп китә.

 Рәхмәт!  3 этаптың һәр бер алымын ҡулланыу бик отошло. Ысынлап та, әҫәрҙе төрлө яҡтан ҡыҫҡа ғына, шул уҡ ваҡытта йөкмәткеле итеп йомғаҡлап була.

-Афариндар!

— Ә хәҙер, асҡыстарҙан һөйләм төҙөгөҙ. (Тау башында балҡый бер ҡала)

-Һеҙгә был һөйләм танышмы? (“Гүзәл Өфөм – баш ҡалам” йыры)

-Әйҙәгеҙ бергәләп  1-се куплетын йырлайбыҙ.

 

-Квест уйынында  әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн, берҙәм, татыу булғанығыҙ өсөн  ҙур рәхмәт! Һәр ваҡыт шундай аҡыллы, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Киләсәктә лә Оҫталыҡ кластарында осрашырға яҙһын. 

    Шулай итеп, бөгөнгө “Оҫталыҡ класы”мды уҡыусыларға оҡшаған, эшемдә йыш ҡулланған алымдарҙы күрһәтергә тырыштым. Инновацион технологияларҙы эшемдә ҡулланам, әммә ябай, аңлайышлы алымдар менән эшләү күпкә отошлораҡ, тип иҫәпләйем.

Мастер класс на тему: «ИКТ технологии на уроках башкирского языка»

Следите за новостями в соцсетях

Вконтакте MAX Телеграм Одноклассники

А также подписывайтесь на канал Научно-образовательный вестник «Pedproject.Moscow» в MAX